Карантин тамам10.11.2017
Туймазы һәм Бүздәк райондарындағы бер нисә ауылда иғлан ителгән бешмә сире буйынса карантин тамамланды. Ошо ике районда 21 көнгә сикләүҙәр билдәләнгәйне.
– Барыһы ла имен-һау, карантин туҡтатылды. Планда ҡаралған бөтә саралар, шул иҫәптән һуңғы дезинфекция үткәрелде. Бөтә ауылдарҙа ла кешеләргә юҡ ителгән мал өсөн компенсация тулыһынса түләнде. Халыҡтың кәйефе яҡшы. Мал һатып алырға теләйҙәр. Был йәһәттән уларға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, — тине Башҡортостандың Ветеринария идаралығы башлығы Вәкил Буранбаев.
Бешмә сире эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал, нигеҙҙә, һыйыр, кәзә, һарыҡ юҡ ителгәйне.
Л. Дәүләтбәкова