Рәсәй менән Ҡаҙағстан – дуҫ һәм күрше10.11.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбегә эш сәфәре барышында XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумында ҡатнашты. Уның пленар ултырышын Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев асты.

Быйылғы форумдың темаһы – кеше капиталын үҫтереү. Унда төп министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың етәкселәре, Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстан өлкәләре башлыҡтары, ике илдең эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашты.
Сара программаһына ярашлы, “Кеше капиталын үҫтереү” күргәҙмәһе, Рәсәй – Ҡаҙағстан Эшлекле советы ултырышы, юғары уҡыу йорттары ректорҙары осрашыуы һәм башҡалар ойошторолдо, дәүләт-ара, хөкүмәт-ара, төбәк һәм коммерция документтарына ҡул ҡуйылды.


Вернуться назад