Рәсәйҙәге суднолар эшләү заводтарының береһендә “Өфө” һыу аҫты кәмәһен сығарыу күҙаллана. Баш ҡалабыҙ исемен йөрөтәсәк һыу аҫты кәмәһен 2019 йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы башланғысы буйынса, Хәрби-диңгеҙ флотында ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙың тырышлығы менән “Варшавянка” класына ҡараған һыу аҫты кәмәһенә “Өфө” исеме бирелде.
2019 йылда республика вәкилдәре һыу аҫты кәмәһен файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Кәмә илебеҙ флоттарының береһендә хеҙмәт итәсәк.
Киләһе йыл яҙ Башҡортостан делегацияһы “Өфө” кәмәһе эшләнгән заводҡа барасаҡ. Өфө хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, баш ҡалабыҙ исемен йөрөтәсәк һыу аҫты кәмәһен шефлыҡҡа алыу теләге лә бар.
Л. ИБРАҺИМОВ.