Һорауҙарығыҙ булһа...07.11.2017
Иртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тән Баш­ҡортостан Республикаһы Башлы­ғының матбуғат секретары — Мат­буғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт ида­ралығы начальнигы Ф.М. Йәғәфәров граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Башҡортостандың башҡа райондары, ҡалалары һәм ауылдары халҡына яҙылыу өсөн телефондар: (347) 280-81-06, 280-81-14.


Вернуться назад