Уңыш мул, хаҡ ҡына артһын01.11.2017
Быйыл етештереүселәр ҙә, Ауыл хужалығы министрлығы ла иген культуралары уңышының мул булыуын билдәләй. Республикала 3,86 миллион тонна иген йыйып алынды, былтырғы менән сағыштырғанда 0,5 миллион тоннаға күберәк тиерлек. Шул уҡ ваҡытта уҙған йыл игендең килограмын 7 һумға һатһалар, быйыл иһә — 4 һумға.

— Әлегә игенде һатмаясаҡбыҙ, хаҡтың нисек булырын көтәбеҙ. Әммә баҫыу эштәре башланғанға тиклем әҙерлеккә аҡса кәрәк. Бөтә нәмә ҡиммәтләнә. Яғыулыҡ-майлау материалдары хаҡы 35 һумдан 45 һумға күтәрелде, һатыусылар әйтеүенсә, Ҡытайҙа етештерелгән үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларының ҡиммәтләнеүе көтөлә, — тине “Базы” ауыл хужалығы кооперативы директоры Вадим Соколов.
— Аграрийҙарыбыҙға бизнес-пландарҙы дөрөҫ төҙөргә өйрәнеү шарт. Иген — ул биржа тауары. Хаҡ артҡанға тиклем уны һаҡламға һалырға кәңәш итәбеҙ, — тигәйне ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
Ҡулланыусылар иһә игенгә хаҡтың түбәнәйеүен һиҙмәйәсәк, икмәк хаҡына ул йоғонто яһамаясаҡ.
Ауыл хужалығы министрлығы киләһе йылға сәсеүлектәрҙең структураһын үҙгәртергә, бойҙайҙы яҡшыраҡ үҫкән культураларға, шул иҫәптән ҡуҙаҡлыларға әкренләп алмаштырыуҙы күҙаллай. Быйыл бер нисә эшҡыуар нут борсағын ултыртты, әммә, йәй ямғырлы булыу сәбәпле, уңыш әллә ни булманы.
— Ҡапыл ғына эште үҙгәртеү мөмкин түгел. Бөтә етештереүселәр ҙә көнбағышҡа күсер ине, уға ла хаҡ түбәнәйҙе. Хәлде алдан күҙаллап булмай. Бынан тыш, инфраструктура юҡ, предприятиеларҙағы киптергестәр нигеҙҙә майлы культуралар өсөн тәғәйенләнгән, шуға күрә ауыл етештереүселәре аралашсыларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр, — тигән фекерҙә Вадим Соколов.


Вернуться назад