Техник үҫеш камил булһын01.11.2017
Республика Хөкүмәтендә власть органдары һәм ойошмалар етәкселәре Интернет селтәрендә намыҫлы практикалар кодексына ҡул ҡуйҙы. Был турала төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Заманса мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары кеше хоҡуҡтарына һәм азатлыҡтарына, йәмғиәттең һәм дәүләттең именлегенә хәүеф килтереүе ихтимал. Шәхси мәғлүмәттәр йыш ҡына реклама кампаниялары үткәреү өсөн файҙаланыла, яуыз ниәттә ҡулланыла. Шуға күрә бындай мәғлүмәтте һаҡлау дәүләттең төп бурыстарының береһенә әүерелде. Былтыр ноябрҙә VII “Шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау” халыҡ-ара конференцияһында “Роскомнадзор” бизнестың, дәүләттең һәм йәмғиәттең үҙ-ара бәйләнеше өсөн “Һанлы йорт” платформаһы менән таныштырғайны. “Һанлы йорт”то һалыуға ошо мөхиттә файҙаланыусының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән проекттарын тормошҡа ашырған компаниялар, йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары саҡырылғайны. “Һанлы йорт” проектына ярашлы, унда ҡатнашыусылар Интернет селтәрендә намыҫлы практикалар кодексына ҡул ҡуйҙы. Кодекстың маҡсаты — Интернет селтәрендә ғәмәлдәр ҡылыу йәһәтенән граждандарҙың, эшҡыуарлыҡтың һәм дәүләттең мәнфәғәттәр тиҙлегенә өлгәшеү.
Л. ДӘҮЛИЕВА.