“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте31.10.2017
450077, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус

Хөрмәтле “Башнефть” акцио­нерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционер­ҙары!

“Башнефть” АНК ААЙ Директорҙар советының 2017 йылдың 26 октябрен­дәге ҡарары менән “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙа­рының сираттан тыш Дөйөм йыйылышы (артабан шулай уҡ – Йыйылыш) саҡырылды. Ул 2017 йылдың 1 де­кабрендә ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә үткәрелә.
“Башнефть” АНК ААЙ акционерҙа­рының сираттан тыш Дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр билдәләнгән (теркәлгән) көн – 2017 йылдың 6 ноябре.
Тауыш биреү бюллетендәрен ҡабул итеү тамамланған көн ситтән тауыш биреү рәүешендә уҙғарылған сираттан тыш Дөйөм йыйылышты үткәреү датаһы булып тора.
Тауыш биреү бюллетендәрен ҡабул итеү тамамланған көн: 2017 йылдың 1 декабре.
Тултырылған тауыш биреү бюллетен­дәре ебәрелә торған почта адрестары: 450077, Рәсәй Федерацияһы, Башҡорт­остан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус, “Башнефть” АНК ААЙ, 115172, Мәскәү ҡалаһы, 74-се а/й, “Башнефть” АНК ААЙ йәки 115172, Мәскәү ҡалаһы, 4-се а/й, “Реестр-РН” ЯСЙ.
“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәтенең ябай акциялары хужалары Йыйылыштың көн тәртибендәге бөтә мәсьәләләр буйынса тауыш хоҡуғына эйә. Рәсәй Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәтенең 2012 йылдың 2 февралендәге 12-6-сы фарманы менән раҫланған Акционерҙарҙың дөйөм йыйылышына әҙерләнеү, уны саҡырыу һәм үткәреү тәртибенә өҫтәмә талаптар тураһындағы положениеның 2.10-сы пунктына ярашлы, Йәмғиәттең өҫтөн­лөклө акциялары хужалары булған акционерҙар киләһе сираттан тыш Дөйөм йыйылыштың көн тәртибе мәсьәләләре буйынса тауыш хоҡуғына эйә түгел һәм 1995 йылдың 26 де­кабрендәге “Акционерҙар йәмғиәттәре тураһында”ғы 208-се Федераль закон­дың 32-се статьяһы нормалары һәм үрҙә телгә алынған Положениеның 2.11-се пункты менән билдәләнгән нигеҙҙәр булмағанға күрә Йыйылышта ҡатна­шырға хоҡуҡлы кешеләр исемлегенә индерелергә тейеш түгел.
Бюллетендәре уларҙы ҡабул итеү датаһы тамамланғанға тиклем алынған акционерҙар ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә үткәрелгән сираттан тыш Дөйөм йыйылышта ҡатнашҡан тип иҫәпләнә.

ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ КӨН ТӘРТИБЕ:

1. 2017 йылдың туғыҙ айы һөҙөм­тәләре буйынса дивидендтар күләме, уларҙы түләү ваҡыты һәм алымы тураһында.

Йәмғиәт акционерҙарының сираттан тыш Дөйөм йыйылышында ҡатнашырға хоҡуҡлы кешеләр көн тәртибе мәсьә­ләләре буйынса мәғлүмәттәр (материалдар) менән 2017 йылдың 1 ноябренән “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникациялар селтәрендәге Йәмғиәттең сайтында (http://www.bashneft.ru/); 2017 йылдың 1 ноябренән 1 де­кабренә тиклем эш көндәрендә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Йәмғиәт урынлашҡан ергә килеп (Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 30-сы йорт, 1-се корпус) таныша ала.

“Башнефть” АНК ААЙ
Директорҙар советы.


Реклама


Вернуться назад