“Алтын ҡулдар” мәктәбе асыла27.10.2017
Башҡортостанда тиҙҙән “Алтын ҡулдар” селтәрле индустриаль мәктәбе ойошторола. Яңы уҡыу йорто программаһы проектын эксперттар “Киләсәк мәғарифы” халыҡ-ара белем биреү салонында тикшерҙе.

Форумдың һуңғы көнө өлкән кластарҙа профилле уҡытыуҙы ойоштороуға, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреүгә, мәғариф ойошмалары менән эш биреүселәрҙең хеҙмәттәшлегенә арналды.
“Киләсәк мәғарифы-2017” белем биреүҙә барлыҡ ҡатнашыусылар араһында фекер алышыу һәм үҙ-ара эш итеү өсөн тәүге төбәк проектына әүерелде. Ул күләмле һәм үҙенсәлекле белем биреү картаһын тәшкил итә. Сара программаһында ла, күргәҙмәләрҙә лә уҡытыусыларҙың һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең иң яҡшы тәжрибәһе, ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре сағылды.


Вернуться назад