Мәғүбә Сыртланова иҫтәлегенә27.10.2017
Мәғүбә Сыртланова иҫтәлегенә Ҡырымда легендар осоусы, яҡташыбыҙ Мәғүбә Сыртлановаға бюст ҡуйыла. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белогорск ҡалаһында Советтар Союзы Геройы бюсын асыу тантанаһы бөгөн, 27 октябрҙә, үтәсәк.

Сараларҙа республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша.
Мәғүбә Сыртлановаға тәүге бюст Бәләбәйҙә ҡуйылған. Советтар Союзы Геройы ошо ҡалала тыуып үҫкән. 1932 йылда комсомол йүнәлтмәһе буйынса Балашово осоусылар мәктәбенә уҡырға инә. Тбилисиҙа аэроклубҡа һәм планер мәктәбенә йөрөй. 1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1942 йылда фронтҡа китә. 780 хәрби осош яһай.


Вернуться назад