Һаҡаҫҡыла – серле табыш27.10.2017
Һаҡаҫҡы мәмерйәһендә спелеодайверҙарҙың табышы үҙенсәлекле булып сыҡты. Йомағужа һыу һаҡлағысы төбөндәге һуҡыр ҡыҫалалар әлегә тиклем башҡа бер ерҙә лә осрамаған.

Ғалимдарҙың асышы ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Бер йыл эсендә планетала тиҫтәгә яҡын яңы йән эйәһе төрҙәре теркәлә. Шуға күрә әлеге мәғлүмәт ғилми нигеҙләүҙе талап итә ине. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты лабораторияһында үҙенсәлекле табышты тулыһынса тикшерҙеләр. Уны дайверҙар 50 метр тәрәнлектә тапҡайны. Һуҡыр ҡыҫалаларҙың һыу аҫтында йөҙҙәрсә йылдар йәшәүе ихтимал.


Вернуться назад