Ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведевҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслауҙы һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген тикшерергә ҡушты.
Быйыл эшҡыуарлыҡты финанслау ҡаҙна килеменең кәмеүе арҡаһында 7,5 миллиард һумға тиклем аҙайтылғайны. Эшҡыуарҙар иһә был күрһәткесте бер нисә йылға нығытып теркәп ҡуйырға кәрәк тигән фекерҙә. Киләһе өс йылға бюджетта ул биш миллиард һум күләмендә раҫланған. “Рәсәй таянысы” эшҡыуарлыҡ берекмәһе сентябрь аҙағында дәүләт сығымын ошо рәүешле теркәүҙе үтенеп ил Президентына хат ебәргәйне. Министрҙар Кабинеты аппаратында әйтеүҙәренсә, Президенттың тейешле бойороғо алынды һәм әле тикшерелә, сөнки “был йүнәлеш – Хөкүмәт өсөн иң мөһимдәрҙең береһе”.
Етемдәр мәнфәғәтен ҡайғыртып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын тикшереүҙе планлаштыра. Был проект “Баланы тәрбиәгә алған ата-әсәгә түләнергә тейешле аҡса һәм ошондай ғаиләгә күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһында”ғы, “Опекундарға (попечителдәргә) баланы аҫрауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында”ғы республика закондарына үҙгәрештәр индереүҙе күҙаллай.
Ошо үҙгәрештәр киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғаиләгә тапшырылған балаларҙы аҫрауға айлыҡ пособие, уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләргә тейешле аҡса күләмен 16,3 процентҡа арттырыуҙы билдәләй.
– Был башланғыс етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Закон проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән раҫланған “2012 – 2017 йылдарға балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһы”на ярашлы әҙерләнде. Илдәге һәм республикалағы социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе – граждандарҙың аҙ яҡланған категорияларына булышлыҡ итеү. Етемдәргә һәм уларҙы ҡабул иткән ғаиләләргә тәү сиратта ярҙам күрһәтеүҙе бик дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Дәүләт яғынан бындай ярҙам һиҙелерлек һәм әлеге иҡтисади ысынбарлыҡҡа тура килергә тейеш. Ошоға бәйле пособиеларҙы арттырырға тәҡдим ителә. Яңы закон ҡабул ителгән осраҡта уларҙың аныҡ күләме ғаиләгә тәрбиәгә алынған балалар һанына, уларҙың йәшенә һәм һаулыҡ торошона ҡарап асыҡланасаҡ.
Ҡояш, ҡояш! Бир көсөңдөЙыл аҙағына тиклем республиканың көньяҡ-көнсығышында өр-яңы ҡояш электр станцияһын сафҡа индереү күҙаллана. Ейәнсура районындағы Иҫәнғол объектының ҡеүәте туғыҙ мегаватт тәшкил итәсәк.
Объекттың инвесторы – “Хевел” компаниялар төркөмөнә ингән предприятиелар. Проект 30 гектар майҙанда тормошҡа ашырыла. Станцияны төҙөүгә йүнәлтелгән инвестициялар күләме – бер миллиард һумдан ашыу. Объект быйыл апрелдә һалына башланы. Әле бында көйләү эштәре бара.
Иҫәнғол СЭС-ы – төбәктең көньяғында ҡояш электр станциялары селтәрен ойоштороу проектына ярашлы, “Хевел” компанияһы республикала төҙөгән өсөнсө станция. Әле Башҡортостанда Хәйбулла районында Бүребай ҡояш электр станцияһының ике сираты һәм Көйөргәҙе районында Бөгөлсән станцияһының өс сираты эшләй. Проект тулыһынса тормошҡа ашырылғандан һуң төбәктә бөтә ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 64 мегаватт тәшкил итәсәк.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүребай һәм Бөгөлсән станцияларына эш сәфәре барышында Башҡортостан энергетикаһы өсөн проекттың әһәмиәтен билдәләгәйне.
– Беҙҙең республиканы “ҡояшлы Башҡортостан” тиҙәр. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йылына 300 көн ҡояш бөтә көсөнә яҡтырта. Был энергияны файҙаланырға кәрәк, – тигәйне Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән Рәсәй энергетика форумында. – Әле унда ҙур булмаған, әммә мөһим ҡояш энергетикаһы объекттары төҙөлә. 2020 йылда беҙ 100 мегаватт самаһы ҡояш энергияһы ҡеүәтенә эйә буласаҡбыҙ. Әлбиттә, был әлегә республика энергетика системаһының дөйөм ҡеүәтендә ике процентты ғына тәшкил итә. Ошо йәһәттән эште дауам итәсәкбеҙ.
Һорауҙарығыҙ булһа...26 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Бишбүләк районында (Бишбүләк ауылы, Еңеү урамы, 13) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.