Ҡаршыланыҡ “Ашҡаҙар таңдары”н24.10.2017
Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында V “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамы үтте. Быйылғы байрам “Фольклориада-2020” менән ауаздаш, уға әҙерлек тип әйтергә мөмкин.
2006 йылдан уҙғарылған фестиваль башҡорт халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә һәм танытыуға йүнәлтелә. Унда ауыл клубтары, ҡала мәҙәниәт һарайҙары йорттары нигеҙендә ойошторолған үҙешмәкәр һәм халыҡ вокаль-хореография коллективтары ҡатнаша.
Быйылғы байрамда республиканың 29 районынан һәм һигеҙ ҡалаһынан, шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән 700-гә яҡын кеше – 47 ижади коллектив бер сәхнәгә йыйылып, оҫталығын күрһәтте. Йыр-моң һөйөүселәр араһында оло йәштәгеләр менән бер рәттән балалар ҙа сығыш яһаны. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың иң олоһона – 82, иң кесеһенә ни бары дүрт кенә йәш ине. Быйыл төп бүләкте Әбйәлил районынан “Суҡ муйыл” башҡорт фольклор ансамбле алды.
Фестиваль барышында шулай уҡ семинарҙар, башҡорт халыҡ кейемдәре элементтарын яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, Мексикала былтыр уҙғарылған Бөтә донъя фольклориадаһына арналған фотокүргәҙмә ойошторолдо.