Стәрлетамаҡ һәм Ишембайға эш сәфәре24.10.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ һәм Ишембайға эш сәфәре барышында заманса ҡала мөхите булдырыу программаһының тормошҡа ашырылыуы менән танышты, сәнәғәт предприятиеларында һәм “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында булды.

Стәрлетамаҡта төбәк етәксеһе Вокзал урамындағы торлаҡ йорттоң төҙөкләндерелгән ихатаһын ҡарап сыҡты, урындағы халыҡ менән аралашты. Улар башҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе. Артабан Рөстәм Хәмитов быйыл майҙа Ҡала көнөнә арнап асылған Йондоҙҙар аллеяһына юлланды. Бында Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалған сауҙагәр Савва Тетюшев иҫтәлегенә йондоҙ ҡуйылған.
Ҡала мәҙәниәт һарайында республика Башлығы V “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында булды һәм ҡала халҡын ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.
Ишембайҙа Рөстәм Хәмитов “Транссервис Плюс” һәм “Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре эшмәкәрлеге менән танышты.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы быйыл Ишембайҙа 12 ихатаны һәм бер йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралғайны. Рөстәм Хәмитов Докучаев урамындағы ихаталарҙың береһен ҡарап сыҡты. Биләмә күп фатирлы алты йортто үҙ эсенә ала. Төҙөкләндереү барышында бында балалар, баскетбол һәм футбол майҙансыҡтары йыһазландырылған, сәхнә барлыҡҡа килгән.
Төбәк етәксеһе ҡалала Волга буйы федераль округындағы Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының уҡыу блогын реконструкциялауҙы тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов уҡыу йорто етәкселеге менән артабанғы үҫеш, шул иҫәптән уҡыусылар һанын арттырыу мөмкинлеге буйынса фекер алышты.


Вернуться назад