Ышаныс күрһәтелде24.10.2017
Ышаныс күрһәтелдеРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Динир Әхмәтйәнов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов 1957 йылда Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың Әбйәлил райкомында инструктор булып башлай. Төрлө йылдарҙа Әбйәлил районының “Заветы Ильича” колхозында партком секретары, КПСС-тың Әбйәлил райкомында ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, райком секретары, Әбйәлил район халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, “Красная Башкирия” ширҡәте директоры булып эшләй. 1995–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары. 2008–2011 йылдарҙа Өфөнөң Ленин районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе була. 2011 йылдан 2014 йылға тиклем – Бөрйән районы хакимиәте башлығы, 2014 йылдан 2017 йылға тиклем – Башҡортостандың урман хужалығы министры.

***
Ышаныс күрһәтелдеРөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы Ринат Шәғәлин Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығының Эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде.
Ринат Рәшит улы Шәғәлин 1986 йылда Иглин районының Иглин ҡасабаһында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын, ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа “Лениногорскнефть” идаралығында нефть һәм газ сығарыу операторы, Федераль һыу ресурстары агентлығы идаралығында белгес, “РусГидро” йәмғиәте департаментында төп эксперт, Башҡортостан Республикаһы Президентының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәләре эшен ойоштороу бүлегендә баш консультант, Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы, Эштәр идарасыһы урынбаҫары булып эшләй.
2014–2017 йылдарҙа Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.

Республика Башлығы Указы менән Марат Шәрәфетдинов Башҡортостандың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем министр урынбаҫары вазифаһын биләгән.
***
Төбәк Башлығының тағы ла бер Указы менән Рәсүл Тайыпов Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем ошо комитет рәйесе урынбаҫары булған.


Вернуться назад