Баймаҡта — тегеү фабрикаһы20.10.2017
Баймаҡта өр-яңы сәнәғәт объекты — заманса тегеү фабрикаһы төҙөлә.

Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмөн ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ республика хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми порталында урынлаштырылған.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тағы ла бер бойороғона ярашлы, республикала Рәсәйҙәге стратегик үҫештең төп йүнәлештәре буйынса өҫтөнлөклө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың берҙәм оператив планы төҙөлә.


Вернуться назад