Йылдам үҙгәрештәр дәүерендә йәшәйбеҙ18.10.2017
Ошо көндәрҙә республика Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партия Юғары советы бюроһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция рәүешендә партияның Юғары советы рәйесе Борис Грызлов үткәрҙе.
Ултырышта именлек һәм социаль-иҡтисади үҫеш, тышҡы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, дәүләт һәм сәйәсәт төҙөлөшө кеүек өс төп йүнәлеш буйынса эш төркөмдәренең эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тикшерелде. Йомғаҡтар аналитик докладтар рәүешендә тәҡдим ителде.
— Бөгөн беҙ йылдам үҙгәрештәр донъяһында йәшәйбеҙ. Ябай булмаған халыҡ-ара хәл һәм йәмғиәттәге ихтыяж партия алдына өр-яңы бурыстар ҡуя. Шуға күрә Юғары советтың илдәге ижтимағи-сәйәси тормоштоң иң киҫкен һәм мөһим мәсьәләләре буйынса материалдар әҙерләүгә бәйле эшен көнүҙәк тип иҫәпләйем. Докладтарҙы йыл һайын әҙерләргә тәҡдим итәм, — тине Борис Грызлов. — Һәр докладтың төп өлөшө Рәсәйҙең социаль-иҡтисади, халыҡ-ара һәм дәүләт сәйәсәтенең төп өлкәләрендәге проблемалар һәм бурыстар хаҡындағы актуаль мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. Һәр докладҡа ҡушымталар — аныҡ башланғыстар һәм тәҡдимдәр, иң перспективалы төбәк тәжрибәһе инә. Докладтарҙағы төп идеялар партия тарафынан ғәмәлгә ашырылған башланғыстарҙың нигеҙен тәшкил итә ала.
Бөтә өлкәләрҙә һәм тармаҡтарҙа —
яңы технологиялар
2017 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәрен мәғлүмәтләштереү рейтингында тәүге тиҫтәгә инде. Илдең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы вәкилдәре Төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү советы ултырышында ошо турала хәбәр итте.
Республикабыҙ, рейтингта 31-се урындан етенсе урынға күсеп, 24 пунктҡа позицияһын яҡшыртҡан. Был, нигеҙҙә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, электрон Хөкүмәт өлкәһендә мәғлүмәтләштереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле. Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереүҙе, дистанцияла белем алыуҙың мәғлүмәт системаларын үҫтереүҙе, уҡытыу барышына мәғлүмәт технологияларын (электрон көндәлекте) ғәмәлгә индереүҙе, табипҡа онлайн-яҙылыуҙы, электрон медицина картаһын, телемедицинаны, юл йөрөү өсөн электрон түләү сараларын, хәрәкәткә онлайн-мониторингты айырып билдәләне.
Башҡортостан Башлығы мәғлүмәт технологияларын әүҙем үҫтереү зарурлығы хаҡында күп тапҡыр иҫкәртте. 2013 йылдан Башҡортостанда республика Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү советы эшләй.
— Заманса йәмғиәттә өр-яңы технологиялар, эштә өҫтөнлөктәр һәм тормошта уңайлыҡтар тыуҙырып, бөтә өлкәләргә һәм тармаҡтарға үтеп инә. Тормошобоҙҙа уларҙың әһәмиәте артҡандан-арта бара, — тигәйне Рөстәм Хәмитов. — Мәғлүмәтләштереү федераль кимәлдә лә өҫтөнлөклө йүнәлеш сифатында билдәләнде. Беҙгә ошо дөйөм Рәсәй процестарында һәм проекттарында ҡатнашырға кәрәк.
Ҡарабойҙайға ҡытлыҡ булмаҫ
Төбәктә ҡарабойҙай уңышын йыйыу аҙағына яҡынлаша. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был культура 123 мең гектар майҙанда (пландың 97 проценты) йыйып алынған.
Башҡортостанда әле 138 мең тоннаға яҡын ҡарабойҙай һуғылған. Гектарынан уртаса уңыш — 11,2 центнер. Архангел һәм Ейәнсура райондары аграрийҙары быйыл уңыш буйынса алдынғылар иҫәбендә. Улар һәр гектарҙан 20 центнерҙан ашыу уңыш йыйған. Ҡарабойҙай һуғыу буйынса иң яҡшы күрһәткес бишбүләктәрҙә — 11,7 мең тонна. Баҡалы, Йәрмәкәй, Балтас һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары биш мең тоннанан ашыу ҡарабойҙай уңышы йыйған.
Мал вакцинациялана
Башҡортостанда 90 меңдән ашыу малға бешмә сиренән вакцина яһалды. Был зонаға Туймазы, Бүздәк, Шаран, Ғафури райондары хужалыҡтары инә.
— Бөгөн беҙҙә бешмә ауырыуы юҡ. Сирле малдар юҡ ителде, ҡалғандарына вакцина яһалды, иммунитет бар. Вакцинацияны ҡабатлап үткәрәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов Хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Уның әйтеүенсә, дүрт биләмәлә һәм бер хужалыҡта 1,7 мең баш мал юҡ ителде. Йоғошло ауырыу таралған ерҙә карантин 21 көн дауам итә. Әле был райондарҙа юл ябылған, пропуск һаҡтары ҡуйылған, фермаларҙа һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа белгестәр дезинфекция үткәрә.
Йәнә 401 ихата төҙөкләндерелә
Республикала 401 ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана. Әле 157 ихатала эш алып барыла, 244-ендә төҙөкләндереү тамамланған.
Нефтекама, Белорет, Яңауыл, Дүртөйлө һәм Учалы ҡалаларында эштәр аҙағына еткерелгән. 2018 йылда иһә Башҡортостандың 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәләренең барыһы ла ошо проектҡа ҡушыласаҡ.
Бынан тыш, республикала парктарҙы реконструкциялау һәм төҙөкләндереү проекттары ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге “Ҡашҡаҙан” паркы яңыртыла. “Бәләкәй ҡалалар парктары” программаһы буйынса Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 19 миллион һум аҡса бүленде, республика бюджетынан 3,6 миллион һум өҫтәлде. Был аҡса Белорет, Бәләбәй, Благовещен, Күмертау, Учалы ҡалалары араһында бүленде.
Быйыл Рәсәйҙә, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө проектына ярашлы, 18 меңгә яҡын объектты төҙөкләндереү планлаштырыла. Шуларҙың 9,5 мең самаһы файҙаланыуға тапшырылған, 9,7 меңендә эш тамамланып килә.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.