Яңы цех асылды13.10.2017
Өфөлә “Витценманн-Руссия” Рәсәй–Германия берлектәге предприятиеһының яңы цехы асылды. Компания “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 инвестиция проекты” акцияһында ҡатнаша.

Яңы цехта нефть, нефть химияһы, металлургия, энергетика тармаҡтарында ҡулланыл­ған компенсаторҙар етештереләсәк.
– Ошондай әйберҙәр инжинирингы менән күптән шөғөлләнәбеҙ. Әле уларҙың үҙҡиммәтен түбәнәйтеү, компанияның конкурентлыҡ ҡеүә­һен арттырыу, импортты алмаштырыу йәһәтенән ҙур аҙым яһалды. Теүәллек, автоматлаштырыу кимәле буйынса уникаль производство сафҡа индерелде. Бындай ҡулайламалар донъяла юҡ, – тине “Витценманн-Руссия” йәмғиәтенең генераль директоры Илья Кулаков.
Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтә­һендә 40 эш урыны барлыҡҡа килде. “Витценманн-Руссия” вәкиллеге Өфөлә 2003 йылда ойошторолғайны. Үҙенең эшмәкәрлеген компания сәнәғәттең автомобиль тармағы өсөн продукция сығарыуҙан башлағайны.


Вернуться назад