Лизинг компанияһы төҙөлә13.10.2017
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында Төбәк лизинг компанияһы ойошторола.

Октябрҙә ошо эшкә республика ҡаҙна­һынан 0,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Бәләкәй предприятиеларҙың матди базаһын нығытыу, уларҙы техника менән йыһазлан­дырыу өсөн федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Яңы компания йүнселдәргә ташламалы процент ставкаһы буйынса сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ҡорамалдары лизингы программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад