Урам тауыштарын тыңлайыҡ әле13.10.2017
Өфөнән Илшат Исламов “Урам тауышы” рэп-проектында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Егет 45 мең башҡарыусы ҡатнашҡан һайлап алыу турын үтте.
Илшат “Koptjaschynebo” ҡушаматы аҫтында сығыш яһай. Проектта ул “Смол” (“Уйҙар”) тигән йырҙы башҡара.
– Бөтәһе лә ашығыс килеп сыҡты. Ҡалабыҙҙы сағылдырған берҙән-бер кеше булырмын, ғөмүмән, проектҡа эләгермен тип уйламай ҙа инем. Яҡташтарым миңә ярҙам итер тип ышанам. Шаулап алайыҡмы, Өфө?! – тип яҙған йәш башҡарыусы социаль селтәрҙә.
“Урам тауышы” проектында еңеүсе исеменә хип-хоп мәҙәниәтенең йөҙҙәрсә вәкиле дәғүә итә. Әлегә Мәскәүҙән Ашот Бабаян – беренсе, Кишиневтан Артем Чернатынский – икенсе, Ставрополдән Александр Силантьев өсөнсө урында бара. Илшат Исламов 286 тауыш йыйған. Проекттың ойоштороусылары әйтеүенсә, төп бүләк – “Баста” төркөмө менән осрашыу һәм 3 миллион һум.


Вернуться назад