Сочиҙа проекттар менән таныштырабыҙ13.10.2017
ХIХ Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусылар Сочиға юлланды. Әлеге форумда 150 илдән 20 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән Рәсәйҙең 85 төбәгенән 10 мең егет һәм ҡыҙ ҡатнаша.
Башҡортостандан 1 200-ҙән ашыу кеше фестивалдә ҡатнашыу теләген белдергәйне. Улар араһынан 200 кеше һайлап алынды. Ҡатнашыусылар араһында коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмалары алдынғылары, журналистар, ғалимдар һәм уҡытыусылар, сәйәси партиялар, студент ойошмалары, спорт клубтары вәкилдәре, ижади йәштәр бар.
Фестиваль барышында интеллектуаль милек мәсьәләләренә арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә.
– Сарала 500-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашасаҡ. Йәш уйлап табыусылар фәнни-техник проекттары менән таныштыра ала. Ойоштороусыларҙың төп бурысы – уларға тормошҡа оло юл асыу, – тине парламентарий Лилиә Ғүмәрова.
Фестиваль йәш таланттарға фекер алышыу, тыныслыҡты һаҡлау, экологик хәүефте кәметеү мәсьәләләре буйынса тырышлыҡты берләштереү мөмкинлеген бирәсәк.