Республикала яңы башҡорт теле дәреслектәре һәм тейешле методик ҡулланмалар нәшер ителә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ошо турала белдерҙе. – Башҡорт телен уҡытҡанда заманса талаптар иҫәпкә алынырға тейеш. Яңы башҡорт теле дәреслектәре, методик ҡулланмалар әҙерләнәсәк. Һанлы технологиялар файҙаланыласаҡ, дистанцияла уҡытыу алымдары ғәмәлгә индереләсәк, – тине төбәк етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов күптән түгел Дәүләт телдәренә һәм Башҡортостан халыҡтары телдәренә булышлыҡ итеү буйынса саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын билдәләне. Республика Хөкүмәтенә тейешле программа эшләү бурысы йөкмәтелде. Ошо өлкәләге проекттар өсөн гранттар булдырылды, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторола. Йәмәғәт палатаһы иһә тел сәйәсәте өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыуға мониторингты тәьмин итергә тейеш.