Ниндәй серҙәр һаҡлай Һаҡаҫҡы?11.10.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов дайвер-спелеологтарҙың ғилми-тикшеренеү экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашты. Улар Башҡортостанға Йомағужа һыу һаҡлағысындағы Рәсәйҙә иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе исеменә дәғүә иткән Һаҡаҫҡы мәмерйә-шишмәһен тикше­рергә килгән.

Сара үҙе Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы нигеҙендә Рус география йәмғиәте етәкселегендә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамы менән үткәрелә. 9 – 14 октябрҙә үтәсәк экспедиция барышында мәмерйәнең бығаса билдәле өлөшөн, шишмәнең артабанғы юлын тикшереү, карта төҙөү күҙаллана. Эш ҙур тәрәнлектә һәм сығанаҡҡа инеү юлынан алыҫта башҡарыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов экспедицияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, эш барышын иғтибар менән күҙәтәсәге хаҡында әйтте.

Күҙ төбәп торғаның – мал

Бешмә ауырыуы менән сирләгән мал хужаларына өҫтәмә компенсация түләнә. Оператив кәңәшмә барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.

Төбәк етәксеһенең күрһәтмәһенә ярашлы, карантин иғлан ителгән биләмәләге күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәүге ихтыяждарға, шул иҫәптән һөт ризыҡтары һатып алыуға биш мең һум күләмендә аҡса түләй башланылар. Бынан тыш, ауыл халҡынан алынған мал өсөн компенсацияның күләме билдәләнә. Вице-премьер Ирек Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, тере ауырлыҡтағы малдың һәр килограмы өсөн 130 һум түләү күҙаллана. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү йәһәтенән эш алып барыла. Яҡынса һанағанда, мал һәм аҙыҡ өсөн компенсацияға 33 миллион һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ.
– Юғалтылған мөлкәт өсөн аҡсаны кисекмәҫтән түләргә кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Йоғошло ауырыуҙың таралыуына дәүләт хеҙмәте юл ҡуйған. Бында халыҡтың ғәйебе юҡ. Уларға аңлатыу эше үткәрергә, кешеләрҙең хәленә инергә кәрәк. Тартып алынған һыйырҙы тоҡомло мал менән алмаштырыуҙы һораһалар, был мәсьәләне лә тикшереү шарт.

Грантты кем алыр?

Башҡортостанда театр эшмәкәрҙәренең ижади проекттарына булышлыҡ итеү өсөн ике коллективҡа республика Башлығы гранты тапшырыла. Мәҙәниәт министрлығы дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итә башланы. Һәр грант 1,8 миллион һум тәшкил итәсәк.

Бәйгелә дәүләт, шулай уҡ шәхси ижади коллективтар ҡатнаша ала. Ғаризалар Мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт, белем биреү һәм ижади проекттар бүлегендә 18 октябргә тиклем ҡабул ителә. Гранттың маҡсаты – театр коллективтарына ярҙам күрһәтеү, Башҡортостанда театр өлкәһен үҫтереү һәм әүҙемләштереү, инновациялы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Ит арзанайҙы,
сәй ҡиммәтләнде


Башҡортостандың статистика хеҙмәте төбәктәге социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек хаҡтарына сираттағы мониторинг үткәрҙе.

25 сентябрь менән сағыштырғанда, шәкәр хаҡы 6,9 процентҡа түбәнәйгән. Хәҙер уның бер килограмы уртаса алғанда 35,92 һумға төшә. Арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегендә башлы һуған икенсе урынды биләй. Бер килограмын уртаса 19,47 һумға һатып алырға мөмкин. Өсөнсө урында – кишер, 2,8 процентҡа арзанайған (21,44 һум). Шулай уҡ тары ярмаһына, ҡыярға хаҡ бер аҙ түбәнәйгән. Арзан аҙыҡ-түлек исемлегенә кәбеҫтә, ҡарабойҙай ярмаһы, көнбағыш майы, һыйыр һәм сусҡа ите, тоҙ, ҡаймаҡ, һөт, дөгө, туҡмас, икмәк, аҡ май һәм алма инә. Улар, 25 сентябрҙәге хаҡтар менән сағыштырғанда, 0,2-1,7 процентҡа арзанайған. Шул уҡ ваҡытта тауыҡ йомортҡаһы – 7,9, эремсек, балыҡ, картуф, тауыҡ ите, ҡуйы һөт, ҡара сәй 0,5-1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Хаҡ артҡан аҙыҡ-түлек исемлегенә сыр, он, арыш икмәге эләккән.

“Бөгөн клубҡа сығаһыңмы?”

Илеш районының Ишҡар ауылында мәҙәниәт йорто асылды. Бында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты нигеҙендә төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, матди-техник база нығытылды.

Байрам айҡанлы Ишҡар ауылындағы ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың эштәре сағылдырылған күргәҙмә эшләне. Ҡунаҡтар тәмле аш-һыуҙан ауыҙ итте. Сара урындағы үҙешмәкәрлек концерты менән тамамланды.
Республикабыҙҙа 32 муниципаль берәмек партияның ошо проектында ҡатнаша. Быйыл Башҡортостан был эшкә 46 миллион һум аҡса йәлеп итте.

Бәхетлеләр өй туйлай

Республика көнө билдәләнгән осорҙа Дыуан районының Мәсәғүт ауылында күп фатирлы социаль йорт сафҡа инде.

Ошо көндәрҙә 16 етем балаға, ике медицина һәм бер мәғариф өлкәһе хеҙ­мәткәренә яңы фатир ас­ҡыстары тапшырылды. Баш­ҡортостандың Төҙө­лөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты­ның мат­буғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йорт Торлаҡ төҙөлөшөн үҫте­реү фонды тарафынан төҙөлгән.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад