Хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде10.10.2017
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Абдуррахман бен Ибраһим ар-Расси менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика Башлығы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны илсеһенең 2016 йылғы осрашыуы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда Короллек менән сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса саралар планы төҙөлдө һәм ғәмәлгә ашырыла. Рөстәм Хәмитов илсене Башҡортостандың мөмкинлектәре менән танышыу һәм артабанғы эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләү өсөн республикабыҙға саҡырҙы. Абдуррахман бен Ибраһим ар-Расси республика Башлығын сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй–Сәғүд Хөкүмәт-ара комиссияһы эше нигеҙендә Ғәрәбстанға саҡырҙы.
Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашайыҡ
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын 12 октябрҙә үтәсәк “2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырғайны.
– Республика бюджеты – бөтә һалым түләүселәребеҙҙең уртаҡ аҡсаһы ул. Башҡортостан халҡы ҡаҙнаға һалым рәүешендә түләнгән аҡсаның нисек файҙаланылыуына битараф түгелдер, тигән фекерҙәмен. Граждандар, әүҙемлек күрһәтеп, бюджетты туплау буйынса рациональ тәҡдимдәр индерер, – тигәйне Константин Толкачев.
Уның билдәләүенсә, асыҡ тыңлауҙарҙы ойоштороу менән бер рәттән республика парламентындағы даими комитеттар ҙа закон проектын тикшерәсәк.
Бюджет буйынса асыҡ тыңлауҙар тәүге тапҡыр үткәрелә. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Закон проектының тексы Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында һәм Дәүләт Йыйылышының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Лауреаттар билдәләнде
2017 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары асыҡланды.
Быйыл һөнәри премияға замандаштарыбыҙ, уларҙың ыңғай ғәмәлдәре һәм эштәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Воронова Марина Сергеевна, республика мәҙәниәте, сәнғәте һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ишморатова (Аралбаева) Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы, башҡорт журналистикаһына, туған тел яҙмышына, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләре өсөн Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Күзбәков Фәнил Тимерйән улы лайыҡ булды.
Евроутынға ла күсербеҙ
Белорет районында “Селена” урман сәнәғәте компанияһы өр-яңы производство аса. Яғыулыҡ гранулалары етештереү буйынса завод төҙөүгә 80 миллион һум инвестиция һалынған. Яңы предприятиела 40 кеше эшләйәсәк.
Завод өсөн Германияла етештерелгән ҡорамал һатып алынған. Ул йылына 14 мең тоннаға тиклем продукция етештереү ҡеүәтенә эйә. Предприятие бысҡы вағы, юнысҡы, ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Был ҡалдыҡтарҙан яғыулыҡ гранулалары, пеллеттар етештереләсәк.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.