Туймазыла карантин10.10.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Туймазы районындағы “Нур” крәҫтиән хужалығы биләмәһендә, Йәрмөхәмәт һәм Үрмәкәй ауылдарында карантин иғлан итте.
Был сара Үрмәкәй ауылындағы дүрт баш һыйыр малында бешмә вирусының асыҡланыуына бәйле. Указға ярашлы, “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләмәһе һәм үрҙә әйтелгән ауылдарҙағы ҡайһы бер шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ошо сир үҙәге тип танылды. Туймазы районындағы Ҡандра һәм Сәйрән ауыл Советтары бешмә сире таралыу хәүефе булған зоналарға индерелгән.
Документҡа ярашлы карантин 5 октябрҙән билдәләнә һәм сирле мал һауыҡҡан йәки юҡ ителгән көндән алып 21 көн дауам итә. Ошо осорҙа биләмәгә сит кешеләрҙең килеүе, унан әйбер, ҡорамал, аҙыҡ-түлек, ит сығарыу тыйыла.
Башҡортостандың Ветеринария идара­лығына сирҙең таралыуына юл ҡуймау буйынса махсус комиссия ойошторорға ҡушылды.
Указдың үтәлешенә контроль Баш­ҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Ирек Мөхәмәтдиновҡа йөкмәтелде.



Вернуться назад