National Geographic Шүлгәнташҡа килеп етте06.10.2017
National Geographic фотографы Робби Шондың Рәсәйгә сәфәре тамамланды. Фотограф билдәле археология ҡомарт­ҡыларында – Силәбе өлкәһендәге Игнат, Башҡортостандағы Шүлгәнташ һәм Иҙрис (Салауат районы) мәмерйәләрендә булды.

Робби Шондың Уралда төшөргән фотоһүрәттәрен National Geographic баҫмаларында баҫылып сыҡҡандан һуң ғына күрергә мөмкин. Башҡортос­тандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге хеҙ­мәткәрҙәре менән әңгәмәлә Робби Шон “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлөшө проектын юғары баһалап, уны тормошҡа ашыр­ғанда Шүлгәнташтың донъя мәмерйә­ләренең иң яҡшы музейҙары менән бер кимәлдә буласағына ышаныс белдерҙе.
Фотограф, Игнат һәм Иҙрис мәмер­йәләренән айырмалы рәүештә, Шүл­гәнташтың торошо яҡшы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул стенала граф­фитиҙарҙың юҡлығына һәм палеолит дәүере һүрәттәренең һаҡ­ланып ҡалғанлығына бик ныҡ шатланды.
Австрияның Инсбрук университеты хеҙмәткәре Ю.В. Дублянский экспедицияның реставраторы Эудаль Гийаметтың мәмерйәгә элекке тышҡы күренешен кире ҡайтарыу­ҙағы ҙур хеҙмәтен билдәләне, шулай уҡ реставрациялау һәм консервациялау буйынса эштәрҙе башҡарыуҙа артабанғы уңыштар теләне.
Андорранан килгән реставратор Эудаль Гийамет 2015 йылдан алып Шүлгәнташ мәмерйәһендәге хәҙерге граффитиҙарҙы юйыу һәм мәмерйә объекттарын реставрациялау өлкә­һендә урындағы белгестәрҙе әҙерләү буйынса эш алып бара. Проектты тамамлағандан һуң ошо команда таҙартыу эштәрен “Иҙрис мәмерйәһе” мәҙәни мираҫ объектында дауам итергә ниәтләй.



Вернуться назад