Олимп үренә кем менер?06.10.2017
“Проект Олимпы” конкурсының һайлап алыу турына йомғаҡ яһалды. Быйыл еңеү өсөн алышасаҡ финалсылар асыҡланды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты ике номинацияла билдәләнде. Һайлап алыу турына йәмғеһе 176 конкурс отчеты тапшырылғайны. Октябрҙә ойоштороусылар конкурсанттар менән осрашып, документтарға анализ яһарға, проектҡа идара итеү системаһының эше менән танышырға ниәтләй. Сәфәр йомғаҡтары буйынса иң яҡшы эштәр асыҡланасаҡ.
Бәйге 22 ноябрҙә тамамлана. Еңеүселәр федераль Хөкүмәт ҡарамағындағы Аналитика үҙәгендә үтәсәк “Дәүләт секторында проектҡа идара итеү практикаһы” конференцияһында бүләкләнә.


Вернуться назад