Мәҙәни усаҡ һүнмәҫ06.10.2017
Ошо көндәрҙә “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектының үтәлеше буйынса Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһе уҙғарылды.

— Ауыл клубтарының, мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын яңыртыуға йүнәлтелгән “Берҙәм Рәсәй” проектының федераль кураторҙары Ольга Казакова менән Ольга Ярилова ил төбәктәрендәге хәлде тикшерҙе, төбәк башҡарыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Октябрь башына Рәсәйҙең 40 төбәге алдынғылыҡҡа сыҡҡан, 23 төбәк проектты уңышлы үтәй, ете төбәк иһә артта ҡалыусылар иҫәбендә.
Өфөнән селектор кәңәшмәһендә Александр Кузьменко етәкселегендәге йәмәғәт советы ҡатнашты. Билдәләнеүенсә, Башҡортостан бер нисә йүнәлеш буйынса алдынғылар иҫәбенә инә. Быйыл республика “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты буйынса 46 миллион һум субсидия алған. Республикала 32 муниципаль берәмек әлеге проектта ҡатнаша. Һәр мәҙәниәт йортона төрлө ихтыяждарға бер миллион һум самаһы аҡса бүленгән.


Вернуться назад