Өфөлә ҡурайсылар майҙан тотасаҡ. Дүрт пар музыкант башҡарыу оҫталығы йәһәтенән ярышырға ниәтләй. Ишморат Илбәков — Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Рушан Биктимеров — Илшат Ишморатовҡа, Морат Йәнйоҙаҡов — Илнур Хәйруллинға, Илмир Ҡоҙабаев иһә Марсель Сәйетовҡа ҡаршы сығасаҡ. Сараны Өфө эстрада театры ойоштора. — Бындай идея күптән бар ине. Үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, концерт форматынан айырылып торған тамаша уҙғарыу теләге тыуҙы, — тине продюсер Заһир Ҡотлосурин. — Мәҙәни тормошто бер аҙ төрләндерергә ниәтләйбеҙ.
“Ҡурай баттл” 27 октябрҙә Конгресс-холда уҙғарыла. Сара уңышлы булған осраҡта киләһе йыл яҙ тағы ла бер ошондай ярыш ойоштороласаҡ.