Бөрө районындағы янғындан һуң иҫән ҡалғандар ошо көндәрҙә яңы торлаҡҡа күсте.Ҙур фажиғә 7 август төнөндә Үгеҙ ауылында булғайны. Ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Унда туғыҙ кеше, шул иҫәптән биш бала һәләк булды. Балаларҙың иң кесеһенә ни бары бер йәш ине. Фажиғәлә йорт хужабикәһе, уның ҡайныһы һәм оло йәштәге туғаны иҫән ҡалды.
Бер ай эсендә ҡаза күргәндәргә яңы йорт һалынды. Был эштә бағыусылар ярҙам итте, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан аҡса бүленде. Яңы йортҡа йыһаз, техника килтерелде, һәр бүлмә янғынға ҡаршы датчиктар менән тәьмин ителде. Әйткәндәй, бындай приборҙар хәҙер ауылда балалары булған һәр йортта бар.