Асыҡ һөйләшеүгә саҡырабыҙ04.10.2017
6 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем бишенсе “Асыҡ диалог” акцияһы уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — идарасы компаниялар менән урындағы халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итеү.

Сарала Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәтселек контроле үҙәге вәкилдәре ҡатнаша.
Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 57 идарасы ойошма акцияла ҡатнашырға теләк белдергән. Ғаризалар әле лә ҡабул ителә. Ошондай уҡ сара республикабыҙҙа июнь айында уҙғарылғайны. Ул “Идарасы ойошмаларҙың асыҡ ишектәр көнө” Бөтә Рәсәй акцияһының бер өлөшөнә әүерелде. “Асыҡ диалог” һөҙөмтәһендә республикабыҙҙан 1,5 меңгә яҡын кеше 87 идарасы компания етәксеһенә һорау бирҙе. Тейешле ведомстволар ярҙамында мәсьәләләрҙең 80 проценттан ашыуы хәл ителде.
Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Шафиҡов әйтеүенсә, идарасы ойошмалар етәкселеге менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеген урындағы халыҡ та, күп фатирлы йорт советтары ағзалары ла юғары баһалай. Осрашыуҙарҙа улар ошо өлкәләге хәлде яҡшыртыу, идарасы ойошмалар менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән тәҡдимдәр индерә.


100 йыллыҡҡа — ғилми портал

“Башҡортостан” ғилми порталы республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү осоронда иң күләмле проекттарҙың береһе буласаҡ. Уны “Башҡорт энциклопедияһы” хеҙмәткәрҙәре төҙөй.

Ресурс федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мәғлүмәт киңлегендә республикабыҙ менән таныштыра. Унда рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендәге мәҡәләләрҙе табырға мөмкин. Порталдың нигеҙен Башҡорт энциклопедияһының электрон версияһы тәшкил итә.
— Фәнни белемде системалаштырыу нигеҙендә портал онлайн-энциклопедияларҙан, башҡа ғилми мәғлүмәт базаларынан файҙаланыу мөмкинлеген бирә, республика тураһындағы мөһим мәғлүмәттәрҙе берләштерә, — тине “Башҡорт энциклопедияһы” директоры Уйылдан Сәйетов.


Конфуций — Өфөлә

Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Конфуций институты асылыуы ихтимал. Цзяотундың Көнсығыш-Ҡытай университеты етәкселеге менән осрашыуҙа һүҙ ошо турала барҙы.

Конфуций институты — мәҙәни-белем биреү үҙәктәре селтәре. Ул Ҡытай мәҙәниәте менән таныштыра. Рәсәйҙә бындай үҙәктәр Владивосток, Волгоград, Екатеринбург, Иркутск, Ҡазан, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙағы университеттар нигеҙендә асылған.
Әңгәмә барышында ике уҡыу йорто араһында фән өлкәһендә, иҡтисад бакалаврҙары өсөн ике диплом программаһы буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.


Әрмегә китә егеттәр

2 октябрҙә Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу башланды.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйыл Ҡораллы көстәр сафына 134 мең егет алынасаҡ. Башҡортостандан хеҙмәткә 5,5 мең кеше ебәрелә. Былтыр иһә көҙ Рәсәйҙә – 152 мең, республикабыҙҙан иһә 6 мең егет армия сафына баҫҡайны.

Карагандала — ҡурай моңо

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин башҡорт сәнғәтен сит илдәрҙә лә пропагандалауға тос өлөш индерә. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ Ҡаҙағстандың Караганда ҡалаһында үткән “Музыкальная Сарыарка” XIX халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты.

Сарала, Рәсәйҙән тыш, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Төркиә, Швейцария, Израиль, АҠШ-тан профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар көс һынашҡан.
Ҡурайсы үҙенең тылсымлы моңо менән бығаса донъяның бихисап илдәрен әсир итһә лә, Карагандала беренсе тапҡыр сығыш яһауы икән. Унда яҡташыбыҙҙан бөтә музыканттар исеменән ҡурайҙа уйнауын һорайҙар.
Рәмил Ғәйзуллин Татимбета исемендәге академия хоры менән сығыш яһай. Импровизация менән “Урал” халыҡ йырын, яңғыҙы “Ғилмияза”ны башҡара, шулай уҡ Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, “Төрксой” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың 70 йәшенә арналған гала-концертта ҡатнаша. Ҡурайсыны Астанала, Карагандала үтәсәк концерттарға саҡырғандар.


Сараға әҙерлек бара

Танылған Рәсәй музыканты, Башҡортостандағы Владимир Спиваков фонды етәксеһе Артур Нәзиуллин һәм фондта тәрбиәләнеүселәр Минскиҙа уҙғарыласаҡ халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә. 9-10 октябрҙә Минскиҙың һәм Гродноның концерт майҙансыҡтарында үтәсәк “TuzenHouse-2017” классик музыка фестивалендә музыканттар Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

— Фестиваль нигеҙендә Белоруссия буйынса турға сығам. Минск, Гродно һәм Барановичи ҡалаларында концерттарым ҡуйыла, оҫталыҡ дәрестәрен ойошторам, — тине Артур Нәзиуллин. — Фондта тәрбиәләнеүселәр иһә Минскиҙағы концертта ҡатнаша.
“TuzenHouse” — Беларусь Республикаһындағы ҙур мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе. Ул 2013 йылда билдәле пианист Кирилл Кедуктың тәҡдиме менән уҙғарыла башлай.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад