Тыуған яҡ йырсыһын иҫкә төшөрөп03.10.2017
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа тыуған ауылында иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Сарала Баймаҡ районының Күсей урта мәктәбе уҡыусылары, шағирҙың туғандары һәм ра­йондан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.


Күсей ауылы – республикаға бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән төбәк. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, “Әлифба”ның тәүге авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Абдулхаҡ Игебаев, Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитовалар тап ошо ырыҫлы тупраҡта тыуып үҫкән.
Сарала сығыш яһаусылар Абдулхаҡ Игебаевтың тыуған яҡ йырсыһы булыуын билдәләне, уның хаҡында матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Игебай вариҫтары әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләне, йырҙарын башҡарҙы. Әйткәндәй, Күсей урта мәктәбенә ҡуйылған был хәтер ташы тәүгеһе түгел. Ауыл халҡы үҙенең арҙаҡлы ҡыҙ һәм улдарын онотмай, уларҙың исемен мәңгеләштереп, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында бихисап эш атҡара. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың яҡты иҫтәлеге ауылдаштарының күңелендә мәңге йәшәр.



Вернуться назад