Ҡазанда – башҡорт моңо03.10.2017
Ҡазанда –  башҡорт моңоҠазанда “Европа-Азия” халыҡ-ара музыка фестивалендә башҡорт моңо яңғыраны. Ҡурайҙа уйнау сәнғәте менән Ҡурайсылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, солист Артур Ғайсаров таныштырҙы. Ул С. Сәйҙәшев исемендәге Ҙур концерт залында уйнаны.


Фестивалде Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Композиторҙар союзы ойошторҙо. Художество етәксеһе — Рәсәй Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары, Татарстан Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Рәшит Кәлимуллин.
Концертта шулай уҡ “Яңы музыка” оркестры ҡатнашты. Ул Вологда, Яҡутск, Нальчик, Өфө, Ҡазан, шулай уҡ Вьетнам композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарҙы. Тамашасылар ҡурай, ҡумыҙ, хомус, Кавказ гармуны кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнауҙы тыңланы.
Ошо көндәрҙә программала үҙенең әҫәрҙәре менән Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, республиканың халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилева ла сығыш яһаны.
Быйыл фестивалгә Австралия, Вьетнам, Гонконг, Испания, Төркиә, Төркмәнстан һәм тәүге тапҡыр Колумбия композиторҙары, музыканттары килде. Айырыуса Рәсәй төбәктәренән – Вологда, Кострома, Силәбе, Краснодар, Мәскәү ҡалаларынан, Башҡортостан, Удмурт, Сыуаш, Ҡабарҙа-Балҡар, Яҡут республикаларынан ҡатнашыусылар күп булды.


Вернуться назад