Көн үҙәгендә – бәләкәй эшҡыуарлыҡ29.09.2017
Кисә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса III форумы асылды.

Мөһим сарала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров, Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов, шулай уҡ Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән 1300 самаһы делегат ҡатнаша.
Йыйында бер нисә фекер алышыу майҙансығы, “түңәрәк өҫтәл”дәр эшләйәсәк. Белгестәр бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ошо юҫыҡта дәүләттәр араһындағы бәйләнеште нығытыу, закондарҙы көйләү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
(Форум хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе йомаһанында уҡырһығыҙ).


Вернуться назад