Программа нисек тормошҡа ашырыла?29.09.2017
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан активистары “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыуын баһаланы. Эксперт кәңәшмәһендә йәмәғәт ойошмалары, башҡарма власть органдары, Өфө хакимиәте һәм депутаттар корпусы вәкилдәре ҡатнашты.

Халыҡ фронты активистары төбәктә инфраструктураға мониторинг үткәрҙе. Уның барышында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә көндәлек тормошта осраған байтаҡ проблемалар асыҡланды. Атап әйткәндә, ҡайһы бер биләмәләрҙә пандустар нормаларға тап килмәй, бордюрҙар бейек, лифт ишектәре тар. Ҡала транспортында ла уңайлыҡтар етмәй. Социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙа проблемалар бихисап. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика бүлексәһе рәйесе Олег Ротов әйтеүенсә, коляскалағы кешеләрҙең күбеһе өйҙәренән сыға алмай, ҡала буйлап хәрәкәт итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
– Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе аҙым һайын ҡаршылыҡтар көтә тиерлек. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, урындарҙа комиссиялар ойошторолорға тейеш ине. Асыҡланыуынса, комиссиялар төҙөлгән, әммә уның составына ингән кешеләр был турала бөтөнләй хәбәрҙар түгел. Шуға күрә уларҙың эшмәкәрлеген киңерәк яҡтыртырға, кабинеттағы эштән аныҡ проблемаларҙы хәл итеүгә күсергә кәрәк, – тигән фекерҙә Олег Ротов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Ирек Зарипов Стәрлетамаҡта төҙөлгән яңы торлаҡтағы уңайлыҡтарға мониторинг һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Активистар ошо эш барышында асыҡланған етешһеҙлектәр исемлеген, төбәктә уңайлы мөхитте яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрен республика башҡарма власть органдарына ебәрәсәк.


Вернуться назад