Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте өфөләргә Спорт һарайы янында урынлашҡан скверға исем һайларға, шулай уҡ ошонда башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйыу-ҡуймауға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерергә тәҡдим итә.Һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостандың беренсе халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина сығыш яһаған. Уның фекеренсә, беренсе уҡытыусыға арналған һәйкәл һәр кешегә мәктәп менән бәйле ҡыуаныслы һәм сағыу мәлдәрен хәтерләтеп торор, өфөләр ошо скверға килеп, үҙҙәренең тәүге уҡытыусыһын иҫкә төшөрөр ине.
Ҡала халҡы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдә скверға исем һайлауҙа ҡатнаша һәм һәйкәл ҡуйыуға ҡарата фекерҙәрен белдерә ала.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә лә уҡытыусыға һәйкәлдәр бар. Беренсе уҡытыусыға бағышланған таш композицияларҙы Орел, Һарытау, Ульяновск, Волгоград ҡалаларында, Ростов өлкәһенең Матвеев-Ҡурған ҡасабаһында, Курскиҙа, Ырымбурҙа күрергә мөмкин. Стәрлетамаҡта ла уҡытыусыға скульптура асылған.
Г. АҠЫЛОВА.