100 йыллыҡҡа – күркәм бүләк29.09.2017
Республиканың 100 йыллығына Башҡортостандың заманса шиғриәте антологияһы әҙерләнә. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев ошо турала белдерҙе. Өс томлыҡ баҫмаға Башҡортостан шағирҙарының бер нисә телдәге әҫәре инәсәк.
– Рус телендәге томды төҙөү – Башҡортостандағы рус телле шағирҙар өсөн етди һынау ул. К. Андриянова-Книга, В. Богданов, Н. Грахов, В. Денисов, Г.Ка­церик, Л. Колоколова, Р. Паль, С. Чураева, С.Янаки башҡорт һәм татар иптәштәрҙең шиғриәтен тәржемә итеү йәһәтенән күптән танылыу яуланы, – тине яҙыусы, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин.
Яҙыусылар союзындағы рус һәм рус телле яҙыусылар берекмәһе осрашыуында ошо өлкәләге мәсьәләләр тикшерелде, 2017-2018 йылдарға эш планы раҫланды.


Вернуться назад