“Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивален үткәреү ваҡыты күсерелде29.09.2017
“Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивален  үткәреү ваҡыты күсерелдеӨфөлә IV “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивален үткәреү ваҡыты күсерелде. Кинофестиваль 12 – 14 октябрҙә түгел, ә 8 – 10 декабрҙә ойошторола. Был хаҡта сараның рәсми сайты хәбәр итә.
IV “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар төшөргән кинемато­графистарҙың ижадын популярлаштырыу өсөн уйланылған. Ға­ризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителде. Өс көнгә Өфө мәҙәни үҙәккә әүереләсәк һәм төрлө төбәктәрҙән, илдәрҙән режис­серҙарҙы, актерҙарҙы, продюсер­ҙарҙы йыясаҡ. Фильмдарға инеү бушлай.
Кинофестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте булыш­лығында “Башҡорт­остан” кино­студияһы.


Вернуться назад