Бейеү йондоҙо тамашасыларын йыя15.09.2017
Бейеү йондоҙо тамашасыларын йыяМәшһүр бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Туйсина ҙур юбилейын билдәләй.

Республика Мәҙәниәт министрлығы һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Балҡып тора таңдарым!..” исемле концерт программаһын тәҡдим итә. Байрам концерты Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдең ветераны Рәшиҙә Туйсинаның 75 йәшлек юбилейына арнала. Программала ғәскәровсылар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша.
Башҡорт бейеүе йондоҙо Рәшиҙә Туйсинаның юбилей кисәһе 18 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙғарыла.


Вернуться назад