Юбилейға – яңы мәктәп15.09.2017
Асҡын районының Ҡышлауйылға ауылында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 120 урынлыҡ мәктәп һалына. Был төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект” программаһына ярашлы алып барыла.
Яңы мәктәп 2019 йылда ишектәрен асасаҡ тип күҙаллана.
– Әле конкурс үткәрелде. Уның йомғаҡтары буйынса подряд ойошмаһы асыҡланасаҡ. Проект-смета документацияһы эшләнә, – тине Асҡын районы хакимиәтенең баш архитекторы Анатолий Щербинин.
Ҡышлауйылғала яңы мәктәпте күптән көтәләр. 100 уҡыусы белем алған әлеге бина 1909, 1971 һәм 1977 йылдарҙа төҙөлгән өс ағас ҡаралтынан тора. Мәктәп бик иҫкергән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Документ 2016 йылда ғәмәлгә инде. Шул осорҙа уҡ республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект” күләмле акцияһын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны.
– Граждандарыбыҙ менән бергә объекттарҙы тәҡдим итеп, төҙөй алырбыҙ, тип ышанам. Республикабыҙҙың һәр ҡалаһында, һәр муниципалитетта кешеләргә кәрәкле өр-яңы күркәм биналар һәм ҡоролмалар барлыҡҡа киләсәк. Ошо бурысты иңебеҙгә алайыҡ һәм юбилейыбыҙға 100 мөһим объектты төҙөйөк, – тигәйне төбәк етәксеһе.


Вернуться назад