Ҡала төҙөкләндерелә15.09.2017
Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Уға ярашлы баш ҡаланың бөтә райондарында аҙна һайын “санитар йома”лар уҙғарыласаҡ.
Өмәләрҙә предприятиелар, коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре генә түгел, ҡалалағы тәртипкә битараф булмаған ябай граждандар ҙа ҡатнаша. 15 сентябрҙә Өфөнөң Совет районындағы предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, район халҡы тәүгеләрҙән булып өмәгә сыға.
Айлыҡ барышында юлдарҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы, ихаталарҙы, парктарҙы, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу күҙаллана. Коммуналь хеҙмәттәр барыһын да гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәтеп, ошо сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.


Вернуться назад