Туризмдың үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалынды15.09.2017
Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы ултырыш өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – туризмға арналды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре “2018 – 2023 йылдарҙа Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” дәүләт программаһын ҡабул итте.
Программаның төп маҡсаты – төбәктә көслө туристик-рекреацион комплексы булдырыу, килгән туристар һанын арттырыу өсөн инфраструктураны үҫтереүгә иғтибарҙы йүнәлтеү.
– Бынан тиҫтә йыл элек Башҡортостан туристарҙы йәлеп итеү буйынса башҡа төбәктәр алдында юғалып ҡалһа, һуңғы йылдарҙа шаҡтай алға китеш күҙәтәбеҙ. Был тәү сиратта төбәктә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтеүгә бәйле. Мәҫәлән, баш ҡалала хеҙмәтләндереү кимәле үҫте, Өфө тураһында бөтөн донъя мәғлүмәт алды, ҡунаҡханалар комплексы менән маҡтана алабыҙ. Баш ҡала урамдары күркәмләнде. Башҡортостандың туристарҙы ылыҡтырған төбәк булыуын иҫәпкә алып, шуны әйтер инем: төбәктә туризм төрлө яҡлап үҫешергә тейеш. Агротуризм, экотуризм, рафтинг, саңғы туризмы һәм башҡаһы. Шифаханалар мәсьәләһен дә күтәрге килә. Ябай халыҡ өсөн улар тәҡдим иткән хаҡ ҡыйбат икәнен һәр кем аңлайҙыр. Әле ҡабул ителгән программа 2023 йылға тиклем ҡаралған. Уны тормошҡа ашырыуға йәмғеһе 500 миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк, – тине Рөстәм Зәки улы, ултырышты асып.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Башҡортостандың дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов үҙ сығышында төбәктә туризм үҫеше тураһында һөйләне. Был йүнәлештә эш көйлө барһын өсөн кластерҙар булдырылған. Уларҙы үҫтереү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле аҙымдар эшләнә.