Байрамға ғәҙәттән тыш сығым ҡаралмай15.09.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 2017 йылда Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетына етәкселек итә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.
– Республика көнө – дәүләтебеҙҙең ҙур байрамы. Ул – күп милләтле төбәгебеҙ, бында йәшәгән халыҡтар берҙәмлеге һәм татыулығы көнө, – тине Константин Толкачев. – Байрам юғары кимәлдә ойоштороласаҡ. Бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа тантаналар, күмәк мәҙәни, спорт саралары үткәреләсәк, йәрминкәләр ойоштороласаҡ, майҙандар, биналар биҙәләсәк. Сараларҙа граждандар күпләп ҡатнашһын ине. Шул уҡ ваҡытта саманан тыш сығымдарҙан баш тартасаҡбыҙ. Бындай саралар өсөн бүленгән аҡса республика халҡыныҡы. Күптәр оҙайлы фейерверктарҙы, эстрада йондоҙҙарын саҡырыуҙы аҡсаны елгә осороу тип иҫәпләй. Республикабыҙҙағы танылған ижади коллективтар ҙа сағыу итеп сығыш яһай, байрам кәйефе өҫтәй ала. Бындай саралар байрам ярҙамында аҡса эшләүселәр өсөн түгел, ә Башҡортостан халҡы өсөн үткәрелә. Киләһе аҙнала ойоштороу комитетының тәүге ултырышын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Шунда саралар планын төҙөйәсәкбеҙ.