Пермь крайында “Күскенсе” башҡорт мәҙәниәте фестиваль-конкурсы уҙғарыла. Унда ижади коллективтар, вокалсылар, сәнғәт оҫталары йыйыла. Фестиваль 29 сентябрҙә Чернушки ҡалаһының “Нефтсе” үҙәгендә үткәрелә. Ҡатнашыусылар ижади сығыштарында башҡорт халҡының үҙенсәлекле йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уйындарын, байрамдарын күрһәтә, мөнәжәт, бәйет, ҡобайыр башҡара ала. Бынан тыш, бәйгелә “Вокал ижады”, “Хореография ижады”, “Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау” кеүек номинациялар күҙаллана. Шулай уҡ “Шәжәрә”, “Милли аш-һыу”, “Халыҡ ижады әйберҙәре” конкурстары ойошторола. Концерт программаһына тиклем Башҡортостандан саҡырылған тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары һәм коллектив етәкселәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә.
Фестивалде ойоштороусы Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, конкурстың маҡсаты һәм бурысы – башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы менән таныштырыу, халыҡтың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү, фольклор һәм башҡа ижади коллективтарҙы, туған телде, үҙенсәлекле мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу.