Ҡырғыҙ университетында – Мостай Кәрим кафедраһы15.09.2017
Ҡырғыҙ университетында – Мостай Кәрим кафедраһы Ҡырғыҙ милли университетында Мостай Кәрим исемендәге кафедра һәм Ислам ғилеме үҙәге асыла.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Рухи именлек һәм дини белемде үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты директоры Данияр Абдрах­мановтың Ҡырғыҙ милли университеты ректоры Канат Садиҡов менән Бишкәктәге осрашыуы барышында ошондай килешеүгә өлгәшелде.
Ҡырғыҙстанда Ислам ғилеме үҙәген асыу Рәсәйҙәге традицион исламды БДБ илдәренә таратыу менән бәйле программаларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк. Был программа әле Башҡорт дәүләт педагогия университетында уңышлы фай­ҙаланыла. Быйыл уның яңы этабы башланды. Ул ислам ғилемен үҫтереүгә, этноконфессия мөнәсәбәттәрен көйләүгә, экстремизмды иҫкәртеүгә, рухи именлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелә.


Вернуться назад