Яңы скверға исем һайлайыҡ15.09.2017
Өфө халҡы Совет районындағы яңы скверға исем һайлай.

Әле скверҙың уртаһында саҡрым бағанаһы ҡуйылған. Ул ошо урындан ҡасандыр Иҫке Себер тракты үтеүе хаҡында һөйләй. Революцияға тиклем Өфөнөң көнсығыш сигендә Мәскәүҙе Себер менән тоташтырған билдәле “Владимирка” юлы үткән.
Сквер Октябрь проспектындағы 1-се һәм 3-сө биналар араһында урынлашасаҡ. Тәҡдим ителгән ата­ма­ларҙа тарихыбыҙ һәм бөгөнгөбөҙ сағыла.
Скверға исем һайлауҙа баш ҡала халҡы ҡатнаша ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәге «Өфөнөң Совет районы» төркөмөндә тауыш бирергә мөмкин.


Вернуться назад