Тикшереү үтте. Хәүеф юҡ13.09.2017
Ошо көндәрҙә Өфөләге бер нисә сауҙа үҙәгенән халыҡты эвакуацияланылар. Сәбәбе – билдәһеҙ кешенең ошо объекттарҙа бомба һалыныуы тураһында телефондан шылтыратыуы.

Атап әйткәндә, “Планета”, “Мега”, “Каруанһарай”, “Үҙәк баҙар”, “Сипайлово”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә тревога иғлан ителде. Урындарҙа кинологтар эшләне, ашығыс хеҙмәттәрҙең дежурлығы ойошторолдо, эргәләге урамдар контролгә алынды.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының бүлек начальнигы Максим Родионов әйтеүенсә, Өфө ҡалаһындағы полицияға бер нисә сауҙа үҙәгендә шикле әйберҙәр табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Был мәғлүмәт буйынса тәртип һаҡсылары, башҡа хеҙмәттәрҙең вәкилдәре урынға юллана. Тикшереү һөҙөмтәһендә хәүефле предметтар табылмаған. Әле шылтыратыусының кем булыуы асыҡлана.
Әйткәндәй, күптән түгел генә Стәрлетамаҡта ла ошондай уҡ шылтыратыуҙар була. Ҡалалағы ете сауҙа үҙәгенән, ҡунаҡханаларҙан һәм кинотеатрҙан халыҡ эвакуациялана. Шартлатҡыс табылмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаға бәйле енәйәт эше аса. Практика күрһәтеүенсә, күпселек осраҡта бындай “шаян шылтыратыусыны” табалар. Уға бер миллион һумға тиклем штраф һалыу, ике йылға холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеү йәки биш йылғаса иректән мәхрүм итеү кеүек хөкөм сығарыла.


Вернуться назад