Ҡышын шәкәрһеҙ ҡалмаҫбыҙ13.09.2017
Республиканың 10 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланылар.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, әле 2 736 гектар ерҙә “татлы тамыр” сығарылған. Был йәһәттән көйөргәҙеләр әүҙем. Уларҙа дөйөм майҙандың 48 процентында эш тамамланған. Бөгөн республикала гектарынан уртаса уңыш 306 центнер тәшкил итә. Йәмғеһе 83 670 тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, 35 626 тоннаһы эшкәртеүгә оҙатылған. Был йәһәттән саҡмағоштар алда бара. Шишмәләр иһә 26 080 тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алған, 17 550 тоннаны эшкәртеүгә оҙатҡан.


Вернуться назад