Республикала приставтар хеҙмәте ҡаҙнаға һалым буйынса 1,3 миллион һумлыҡ бурысты ҡайтарҙы.Быйыл ғинуарҙан алып июлгә тиклем 66 375 башҡарыу эше аҙағына еткерелгән. Ведомствола әйтеүҙәренсә, 1,3 миллион һум – приставтар хеҙмәте бүлектәренең депозиты аша үткән аҡса ғына. Һалым йөкләмәләре буйынса бурысты түләтеү иң ҡатмарлы эш категорияһына инә, сөнки ғәйепле предприятиеларҙың, шулай уҡ граждандарҙың билдәле бер өлөшө рәсми рәүештә түләүгә һәләтһеҙ тип танылған.