Асҡын мәмерйәһен – шефлыҡҡа13.09.2017
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе үҙенсәлекле тәбиғәт объектын – Архангел районындағы Асҡын боҙло мәмерйәһен – шефлыҡҡа алды.

Был уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау буйынса эш Башҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Йәмғиәттең төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, мәмерйәне һаҡлау өҫтөнлөклө рекреация проектына әүереләсәк.
Асҡын мәмерйәһе – Европала иң ҙур боҙло тау ҡыуышлыҡтарының береһе. Йыл миҙгеленә ҡарамаҫтан, туристар бында әүҙем йөрөй. Бер йыл эсендә мәмерйәгә ике мең самаһы кеше килә. Һөҙөмтәлә объектҡа илткән баҫҡыстар емерелгән, тупраҡта эрозия эҙемтәһе бар. Белгестәр шулай уҡ мәмерйәләге микроклиматтың насарайыуын, боҙҙоң иреүен, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ярғанаттарҙың һәләк булыуын, уникаль экосистемала етешһеҙлектәр күҙәтелеүен билдәләй.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе мониторинг ойошторҙо. Был эштә ғалим-гидрогеологтар, микробиологтар ҡатнашты. Спелеологтар иһә мәмерйә эсендәге температураны тейешле кимәлдә һаҡлау өсөн махсус экран урынлаштырҙы. Биләмәне таҙартыу, сүп-сарҙы сығарыу буйынса өмәләр уҙғарылды, мәғлүмәт таҡталары, ял урындары барлыҡҡа килде, хатта волейбол майҙансығы асылды.


Вернуться назад