“Ҡырағай” фильмы ХIII Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале призына лайыҡ булды. Режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы был картинаһы “Йәш Рәсәй” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Был номинацияла йәш режиссерҙарҙың һигеҙ кинотаҫмаһы көс һынашты. Татарстандың баш ҡалаһында мосолман киноһы фестивале 5 – 11 сентябрҙә үтте. Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер һәм сценарист Николай Досталь баһалама комиссияһына етәкселек итте. “Каландар һалҡыны” (Төркиә – Венгрия) иң яҡшы фильм тип билдәләнде.